Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ,
Ҡара йылан ята һуҙылып.
Һырт буйынан уның буй-буй булып
Һоро таптар киткән һыҙылып.
Ә күҙҙәре, ут күҙҙәре уның,
Арбап ҡарай һинең күҙеңә.
Тик, ыҫылдап башын ҡалҡытҡас та,
Юҡ итәһең донъя йөҙөнән...
Шундай анһат күреү, хөкөм итеү
Юл өҫтөндә мәкер ҡылғанды!
Ҡыйыныраҡ икән күреүе тик
Ҡуйынында ятҡан йыланды...