ШИҒРИ ХАТА
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Агроном Фәриҙәгә
Аҡ ҡайындың сытыр ботағына
Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр,
Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр ҙа,
Йылдар буйы оя торғандыр...
Ҡап-ҡара ер уртаһында шулай
Иҫән тороп ҡалған аҡ ҡайын.
Ер һөрөүсе уны имгәтмәгән,
Рәнйетмәгән моңһоу дуҫҡайын.
Ел-дауыл да, изге шәфҡәт һаҡлап,
Ҡул һуҙмаған яңғыҙ ояға.
Тәбиғәт һәм шиғри йөрәк уны
Ҡалдырған был яҡты донъяға.
Әй, билдәһеҙ кешем, ер боҙһаң да,
Ер биҙәге – һинең күңелең.
Бындай ғына шиғри яңылышыуҙы
Ғәфү итер ғалим һең(е)лем...