Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты,
Таңға ҡалып сәсән теленә.
Күпме ҡоштоң серле телен белеп,
Ҡайтып килгән тыуған иленә!..
Мәңге йәшел урмандарҙың өнөн,
Моң-өндәрен сәхрә, күлдәрҙең –
Һәммәһен дә белә! Ишетмәйһең
Ниндәй генә сәйер өндәрҙе!..
Әкәмәт, әй! Артист! Виртуоз бер!
Саҡ ҡылдары китмәй өҙөлөп...
Ләкин ҡайҙа икән үҙ моңдары,
Бармы икән уның үҙ теле?
Һис тә аңламаҫһың: әллә урман,
Әллә дала, әллә тау ҡошо?..
Була шундай оҫта шағир ҙа бит,
Етмәй уға тик үҙ тауышы!..