КӨТӘМ ҺИНЕ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Юрай-юрай,
Юлдарыңа ҡарай,
Көтәм һине, көтәм, кил, иркәм!
Көтә-көтә,
Сабырлығым бөтә.
Ниңә, ниңә килмәйһең икән?
Килһәң әгәр,
Ебәр берәй хәбәр,
Ярты юлдан ҡаршы төшөрмөн.
Һылыуҡайым,
Һәр аҙымың һайын
Юлдарыңа йондоҙ түшәрмен.
Килмәй ҡалһаң,
Мине утҡа һалһаң,
Күпме йырым ҡала йырланмай.
Кил, күҙ нурым,
Кил һин, яҡты йырым,
Ҡояшһыҙ бит ай ҙа нурланмай.