Көтмәгәндә мин дошманың булдым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Көтмәгәндә мин дошманың булдым:
Дөрөҫлөктө әйттем һиңә...
Бына инде, юлда осраның да
Ҡул да бирмәй киттең миңә.
Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем,
Сәләмемде алмаһаң да.
Күҙҙәреңә тура ҡараным мин,
Тура ҡарай алмаһаң да...
Йәнәһе, һис мине күрмәйһең дә:
Ситкә ҡарап күҙ аттың һин.
Меҫкен кеше, меҫкен. Бының менән
Тик үҙеңде юғалттың һин!