КӘМӘЛӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Класташ дуҫтарыма

Хуш бул, мәктәп!
Иртәгә – вуз!
Бөгөн
Беҙҙең аҫта Иҙел тирбәлә.
Балҡый кәмәләге дуҫтар йөҙө,
Ебәк тулҡын йүгерә тирәләп.
Һөйә ҡояш
шаян тулҡындарҙы,
Көҙгө кеүек, Иҙел емелдәй.
Ҡояш һымаҡ,
уйҙар яҡты беҙҙең,
Тойғолар ҙа ташыу Иҙелдәй.
Дуҫтар
ишә берҙәм,
көстәр – ташҡын,
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Уның кеүек
еңер ҡаршылыҡты
Берҙәмлеге беҙҙең дуҫлыҡтың.
Кәмә эҙһеҙ.
Ләкин
тормош эҙен
Йылдар ғына күмә аламы?
Беҙ бит, дуҫтар,
ерҙә киләсәкте
Яҡынайтҡан юлдар һалабыҙ!
Дуҫтар менән ғүмер –
яҡты баҡса,
Һүнмәҫлек дәрт бирә йәшәүең.
Ҡайҙа ғына
булһаҡ та беҙ
Юғалтмайыҡ дуҫлыҡ йәшәүен!
Дуҫтар
ишә берҙәм,
көстәр – ташҡын:
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Беҙ йырлайбыҙ,
беҙҙең йырыбыҙға
Ағиҙел дә түҙмәй ҡушылды.
Тик һин гүзәл
бар донъяла,
Иркен,
киң Тыуған илем.
Мең йыл йәшәп булғанда ла
Мин
йәшәп
туймаҫ инем!