Назар Нәжмигә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(«Ҡапҡалар» поэмаһын уҡығандан һуң)
Ҡапҡа асыусы малай табылды!
Асылды ла ҡапҡа ябылды...
Һинән тағы нимә көтөргә?
Танауҙы бит ваҡыт һөртөргә!
Хәҙергә ул ғәфү итерҙәр,
Кәләш алыр саҡтар етерҙәр,
Шул саҡта бит һинән көтөрҙәр –
Яңы һүҙҙәр, яңы фекерҙәр...
Күп тапанма ҡапҡа төбөндә,
Беләһеңдер, малай, үҙең дә:
Һинһеҙ ҙә ул ҡапҡа шығырҙар,
Асыр кәрәк инде шиғырҙар...