Ни хәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ни хәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.
Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас...
Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.
Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере – заяға!
Ана, инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!