АҠСАРЛАҠТАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ағиҙелдәр аға-аға, Ниңә тулмаған икән? Ҡоштарға – ҡул, беҙҙә ҡанат Ниңә булмаған икән? Башҡорт халыҡ йыры

1
Аҡсарлаҡтар, аҡсарлаҡтар!..
Осаһығыҙ ҡыйылып.
Саҡ торам мин, һоҡланыуҙан
Ҡысҡырмайса тыйылып.

Бит әҙернә-йәйә һымаҡ
Аҡбуҙ ҡанаттарығыҙ,
Суҡышығыҙ – тоҫҡалған уҡ,
Мәргән – ҡараштарығыҙ.

Атылғанда тулҡындарға
Йәйәгеҙ менән бергә, –
Һоҡланмайса һеҙгә ҡарап
Ҡалай итеп түҙергә?

Тиккәме һуң күрке итеп
Һеҙҙе һайлаған диңгеҙ?
Беҙ, һеҙҙә – ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған, тибеҙ...

2
Тик мин һеҙҙе башҡасараҡ
Күрҙем бөгөн томанда.
Күҙ алдымдан был тамаша
Китмәй әле һаман да.

Утрауҙа ултырып, һеҙ
Ниҙер бүлә инегеҙ,
Тамағығыҙ ҡарлыҡҡансы
Ҡый-сый килә инегеҙ.

Ни булған, тип, һеҙгә былай,
Ҡарап торҙом аптырап.
Ҡапыл шул саҡ бер суҡышта
Сабаҡ китте ялтырап.

Шул сабаҡҡа көллөгөҙ ҙә
Ябырылды һөрәнләп.
Талаштығыҙ, яҫҡыштығыҙ
Һәр берегеҙ берәмләп...

3
Ел бауырлап осҡан ҡоштар,
Ниндәй меҫкен инегеҙ!
Күркегеҙҙән утрауҙа
Туҙып ҡалды йөнөгөҙ.

Бер тәғәм шул сабаҡ өсөн
Төштөгөҙ ҡапыл күҙҙән.
Талашырға тамаҡ өсөн –
Балыҡмы юҡ диңгеҙҙә?!

Нишләргә һуң? Аҡсарлаҡ та
Оҡшап ҡалһа ҡарғаға, –
Беҙ, кешеләр, күнеккәнбеҙ
Тик йылмайып ҡарарға...