МЫЛТЫҠ ҺӘМ ҺАНДУҒАС
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ахмаҡ уйҙар килә башҡа:
Ниңә әле мин тере?
Сыуалсыҡ бер йомғаҡ һымаҡ
Кешенең был ғүмере...
Нисек итеп һүтергә һуң
Был сыуалған йомғаҡты?
Ниңә үтмәй тиҙерәк төн,
Был таң ҡайҙа олаҡты?
Мылтыҡ тора баш осомда,
Ниңә бөтмәй, тип, төнөң?
Ә бит бөтә бөтәһе лә –
Тарт ҡына бер тәтене...
Тик һалҡын ҡан менән хәҙер
Ҡарайым был ҡоралға, –
Йөрәк инде һандуғастың
Йыры менән сорналған!..
Һайрай ҙа һуң яңғыратып
Бар Йүрүҙән төбәген:
— Былай ҙа, – ти, – ғүмер ҡыҫҡа:
Нәҡ шул мылтыҡ көбәге.
Сыҡ яныма, сыҡ яныма,
Ятма тынсыу ояла –
Минең өсөн генә лә бит
Йәшәрлек был донъяла!..