ҺЫНАУҘАРҘАН ҺУҢ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Беҙ Салауат баҡсаһына индек,
Тәүге ҡабат яңғыҙ йөрөйбөҙ.
Тәүге ҡабат башлап һүҙ ҡушырға
Икебеҙҙән ҡыймай беребеҙ.

Ә Иҙелдә йәштәр йырлай, көлә,
Кәмәләрҙә йөҙә уҙышып.
Ҡулбашыңа һалған ал яулыҡты
Елберҙәтә Иҙел һулышы.

Мәктәп тамамланғас, күптән көткән
Һүҙебеҙ ҙә бөткән, күрәһең.
Тик, сәскәләр, ҡояш йылмайһа ла,
Һаман һынауҙа бит йөрәгең!..

Был көнгәсә һин дә ҡыйыу инең,
Баҙнатһыҙмын мин дә был көндө.
Ә бит көс ташыуҙан ҡулдарыма
Эш етмәҫтәй ине еремдә!

Күҙҙәреңдән йылы нур бөркөлөп:
— Тормош ниндәй яҡты! – тинең һин.
Һәм иҫереп һинең матурлыҡтан:
— Һинең кеүек яҡшы! – тинем мин.

...Айырылмаҫ дуҫтар булып, аҫта,
Ағыр өсөн ғүмер буйына
Көмөш Дим дә ярһыу Ағиҙелдең
Ҡосағына инеп һыйына.