САРСАУ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Кеше күпте, бик-бик күпте теләй!
Бик аҙы ла етә үҙенә...
Тик мин, йөрәгендән башҡа һинең,
Ынтылмаһам ғаләм йөҙөнә,
Һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә
Ирендәрең, һомғол буй-һының.
Етмәй миңә күңелеңде яулау –
Донъя ятһын миңә буйһоноп!..
Бар тәбиғәт миңә башын эйһен,
Һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй.
Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип,
Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә...
Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә,
Һәм тынғыһыҙ, ҡомһоҙ зиһенем.
Саңғы шыуып йөрөгәндә – айҙа! –
Бер үбәһем килә мин һине!..