КИЛӘСӘК
Донъя
Йырҙар менән ҡойонмаһа,
Йә суммаһа шиғри моңдарға,
Кеше,
Сәскә күреп, һоҡланмаһа,
Һоҡланмаһа алһыу тандарға,
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булып,
Фәҡир булһа уның күңеле,
Тынғыһыҙ бер уй булмаһа унда,
Хисе бөтһә майға күмелеп, –
Барлыҡ революциялар миңә
Мәғәнәһеҙ тик бер ҡан ҡойош
Һәм буш нәмә булыр инеләр ҙә, –
Алмаҫ инем башҡа мин һулыш...
Ләкин
ошо яҡты, ҙур донъяла
Даһи ижады бар кешенең,
Ошо ижад уны кеше итә,
Һәм шағиры итә эшенең.
Ошо ижад, тауҙы тауға һөйәп,
Йылғаларҙы кире ағыҙа.
Ошо ижад, күлде күлгә тейәп,
Тулҡынынан уттар ҡабыҙа.
Ошо ижад, йолҡоп алып ерҙән
Уның ҡауҙан, ҡылған үләнен,
Ер-әсәнең иңдәренә һала
Алтын башаҡ үҫкән еләнен.
Ошо ижад ҡояш сыға торған
Көнсығыштың үҙен уята.
— Илем!
— Йәки үлем! – тигән ирҙә
Киләсәкте ҡорор уй ята!..
Ошо ижад менән мөғжизәләр яулай
Талмаҫ ҡулы шағир халҡымдың.
Ошо ижад менән ул, беренсе булып,
Йондоҙҙарға саҡлы ҡалҡынды!..
Киләсәк – ул тотош ижад иле,
Киләсәк – ул миңә йыр, шиғыр.
Бына шуның өсөн
мин – коммунист,
революционер
һәм шағир!