Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә
Осоп төшөр кеүек баҡһам да,
Һин торған бер ғорур бейеклектә
Күңел ҡанатымды ҡаҡһам да,
Ситлектәге тотҡон бөркөт кеүек,
Осалмайым зәңгәр күгеңә –
Ҡурҡыу ҡатыш сәйер ҡараш менән
Ҡарайһың һин моңһоу күҙемә...
Аһ, был йыйырсыҡтар, йыйырсыҡтар!
Ҡылыс эҙе улар йөҙөмдә.
Йәшһең шул һин... бик йәш...
Белмәйһең дә
Күпме нур бар ҡылыс эҙендә!..