Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн,
Һуңғы көнө ун биш йылымдың.
Китәм һинән, ләкин алып китәм
Мин йәшлеген ғүмер юлымдың.
Мин бит һиндә йәшем менән түгел,
Ә йәшлегем менән йәшәнем.
Билетымды шуға тапшырмайым,
Һаҡлап ятһын йәндең йәш мәлен.
Хуш, комсомол! Бир ҡулыңды, дуҫҡай,
Тик онотма кәрәк саҡтарҙа,
Саҡыр мине, саҡыр ауыр саҡта,
Мин булырмын алғы сафтарҙа.