Бөтә түбәнлектән бейек

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бөтә түбәнлектән бейек,
Бөтә ваҡлыҡтарҙан бөйөк
Иң ҙур һөйөү менән
килә һөйәһем.
Ул һөйөүҙе миңә елдәр,
Ул һөйөүҙе миңә гөлдәр
көндәр,
төндәр буйы
Әйҙә һөйләһен!..
Яратаһым килә,
Шундай яратаһым,
яратаһым килә,
шашып аҡылдан.
Бер көн генә,
Бер төн генә! –
Яна алһам ине
ошо ялҡында!
Кил һин,
Көл һин, изге һөйөү,
Ғазаплап кил,
әрнеү,
көйөү,
Боҙҙан алып,
утҡа һал һин,
утҡа һал!
Хис бир миңә,
Көс бир миңә,
нур бир миңә,
йыр бир миңә!
Һин Кешене миндә
һаҡлап ҡал!
ҡал!
ҡал!..