Күптән көлгәнем юҡ ине шулай

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Күптән көлгәнем юҡ ине шулай
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм,
Өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?

Ул һин булдың!..
Килдең егермеңдә,
Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең,
Оноттороп минең бар ғәмемде,
Бар күңелдән мине көлдөрҙөң.

Көлдөм!..
Көлдө тау ҙа,
Көлдө һыу ҙа,
Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп.
Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн, –
Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк?

Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға,
Йондоҙҙарҙы,
Аҡҡош юлдарын.
Етегәндең алтын ижауынан
Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын.

Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә
Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын,
Көлдөм ғәмһеҙ!..
Һәм иҫерҙем эсеп
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын.

«Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин,
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!..

Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?!
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...