ҠАНТҮШ ТУРҒАЙҘАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Түшкенәһе менән көрттәр ярып,
Ҡайтып еткән ҡантүш турғайҙар.
Һағыныуҙар шулай итәлер шул,
Аҡман-тоҡман тип тә тормайҙар.

Туп-туп булып, ризыҡ-ем сүпләргә
Һарылғандар ана сағанға.
Хайран итеп торам шул сағанды,
Алмағасҡа оҡшап ҡалғанға.

Алмалары, алһыу алмалары
Тупылдашып ҡарға төшкәндә,
Ялҡынынан яҙҙар башланғандай,
Ҡарҙар ҡайнап, боҙҙар бешкәндәй...

Үрелгәйнем өҙөп алайым тип
Уттай янып бешкән алманы,
Пырылдашып барыһы осоп китте,
Береһен-бер тота алманым.

Елә йылдар! Килә яҙҙар тағы,
Ҡантүшкәйҙәр егеп, яҙ килә.
Бары шуныһы йәл: һин тоталмаҫ,
Һин татымаҫ яңы наҙ килә!..