ТОРМОШҠА ЮЛ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Асыҡ тәҙрәләрҙән айлы төндөң
Саф һулышы инә ҙур залға.
Йырлай, бейей, оса алсаҡ ҡыҙҙар,
Ҡарап туймаҫлыҡ һис уларға!

Һәр һүҙ йомшаҡ һәм яғымлы бөгөн
Кластарҙа, залда, баҡсала.
Сәскәләргә таң ысығы бөркөп,
Һиҙҙермәйсә офоҡ аллана.

Тик ниңәлер һағышлы ла,
Шатлыҡлы ла был таң күңелгә.
Хушлашабыҙ, мәктәп, һинең менән,
Хушлашабыҙ бөгөн ғүмергә.

Һуңғы ҡабат класыма инәм,
Күҙҙәр – бына, таныш картала:
Юлдар
Төрлө яҡҡа һуҙылғандар...
Хуш булығыҙ инде, парталар!..

Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе һиндә,
Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла.
Ләкин йөрәгемдә һин, мәктәбем,
Һаҡланырһың ғүмер буйына...

Ҡанатлана һәр бер класташым,
Эшен уйлап Тыуған еренең:
Берәү үҙен уҡытыусы тоя,
Берәү һаҡлай кеше ғүмерен.

Бөҙрә ялҡын сайҡап поезд сабыр,
Ә аралар
Алыҫ ҡалырҙар.
Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа,
Ҙур бер юлдан алып барырҙар.