БӘХЕТ
Нимә һуң ул бәхет?
Ҡыҫҡа бер һүҙ –
Ғүмер буйы төшмәй телеңдән.
Ғүмер буйы шуға ынтылаһың,
Ғүмер буйы йәнең-тәнеңдән
теләгәнең ошо –
бәхет ҡошо! –
Алға әйҙәй, үҙенә саҡырып.
Аҡ ҡанатлы сихри ҡош булып, ул
Күренмәйҙер күҙгә, ахыры?..
Бер йотом һыу,
телем икмәк тә бит –
Булмағанда – иң ҙур бәхетең.
Һыуһыҙ ҡалғас,
тамаҡ туйып алғас,
Был бәхет тә ташлай тәхетен...
Әгәр булһаң юлда,
бәхет алда –
Һинең барып етер урының.
Оҙаҡ ямғырҙан һуң
бәхет һымаҡ
Иркәләүе ҡояш нурының.
Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
Күпме бәхет
яҡты был донъяла
Бәхет тигән һинең ишегә!..
Эшләр эштәрең күп – сикһеҙ улар!
Йөрөр юлдарың күп – шул бәхет.
Сикһеҙ һинең татыр тойғоларың,
Йырлар йырҙарың күп – шул бәхет.
Йырлағанда, тик йыр бүленмәһен,
Йыр тыңланып бөтһөн – шул бәхет.
Айырылғанда, тик хис һүрелмәһен,
Йәр һағынып көтһөн – шул бәхет...
Бәхет! –
Ҡыҫҡа бер һүҙ. Һәр кем уның
Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.
Мин тик шуны беләм:
кешенең ул –
Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! –
Бәхет ҡошоң –
ошо тормошоң!..