ИМЕНЛЕК ҺӨРӘНЕ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Баш ҡалҡыта тағы ҡара йылан,
Тештәрендә – зәһәр ағыуы.
Төштәрендә күрә тағы кеше
Һәләкәтле йылан сағыуын.
Ятып ҡалған аталар,
Етем ҡалған балалар,
Уңалмаған яралар –
Барыһы ла бар улар...
Тағы ағыу сәсәләр,
Сәстермәгеҙ, әсәләр!
Атылғандар, аҫылғандар беҙгә
Ғәмһеҙ булырға һуң ҡушамы?
Уяу булыу кәрәк кешелеккә,
Йоҡламаған саҡта дошманы.
Кешелектең өмөтөн
Хурламаҡсы булалар,
Кешелектең бәхетен
Урламаҡсы булалар, –
Хурлатмайыҡ өмөттө,
Урлатмайыҡ бәхетте!
Яҡты донъя көлгә әйләнәсәк,
Бер-бер ахмаҡ ҡуйһа туп атып.
Таш күтәргән ҡулды тотоп була,
Орған ташты булмай туҡтатып.
Ерҙә күпме халыҡ бар,
Ерҙә күпме хаҡлыҡ бар,
Дошман ҡулын бәйләһен,
Именлеккә әйҙәһен!
Яулағанда тыныслыҡ,
Булһын ҡулда ҡылыс ныҡ!