ТАБИБӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ни булған был башҡа? Сатнап килә,
Сабып ырғыт теләһә муйындан!..
Ләкин муйын менән генә ҡалһаң,
Шәпме һуң, тип ҡуям уйымдан.

Йөрөй торғас, дарыу эҙләп таптым,
Ҡаптым бына ап-аҡ төймәне.
Ләкин шул дарыумы? Кире алдым,
Телемә лә хатта теймәне...

Эй тотондом һүҙлек аҡтарырға,
Оноттом мин бөтә сиремде,
Ләкин табылманы эҙләгән һүҙ,
Эҙләһәм дә түгеп тиремде.

«Табип ҡушыуынса ҡулланыла», –
Тип яҙылған тартма тышына,
Ләкин ярты төндә кем һуң инде
Табип табып килһен башыма?

Ҡапыл шул саҡ күҙ алдыма килде
Ҡулым етмәҫ һылыу табибә.
Ләкин... бер йылмайып үткәйне бит...
Сеү, йөрәгем дөп тә дап тибә!..

Баш һыҙлауы төштө йөрәгемә,
Уныһына ҡайҙа дарыуы?
Ләкин эстән генә һөйөндөрә
Иртән уға үҙем барыуым!