ҠЫҘ ТЫУҒАС...

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Шағир – зоотехник дуҫым Марс Закировҡа

Малай ғына көтөп йөрөгәндә,
Бисәкәйең һиңә ҡыҙ тапты!
Ҡыҙың менән ҡотлап, бына һиңә
Бүләк итәм ошо китапты.
Тыумаһалар шиғырҙарың
Көймә!
Күберәк ижад ит һин ҡыҙҙарҙы.
Үҫеп һылыу булғас,
Шағирҙар бит
Шиғыр яҙыр, маҡтап уларҙы!..