ҺАУ БУЛ, ӨФӨМ!
Алып китәм һине йөрәгемдә –
Алыҫ ҡалһалар ҙа уттарың.
Ҡапланһам да вагон тәҙрәһенә
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына
Таныш урамдарҙан саптылар.
Хәтерләнем, Өфөм, бер мәл һиңә
Тәүге ҡабат килгән саҡты ла.
Ҡоллоҡ алып килмәһен, тип, фашист,
Ҡалмаһын, тип, утта Ватаным,
Шул юлдарҙан атай яуға китте –
Шул юлдарҙан кире ҡайтманы...
Шул юлдарҙан вагон түбәһендә
Китаптарым йөкмәп арҡама,
Килеп төшкәйнем мин һиңә, Өфөм,
Ҡыҙарып ҙур ҡояш ҡалҡҡанда.
Ялан аяҡ үргә күтәрелдем,
Һәм ҡалманым сит бер ҡулдарҙа.
Беҙгә тормош үгәй булмағанда,
Кешеләр һис етем булмайҙар...
Бөтә яҡшылығың өсөн, Өфөм,
Ҙур-ҙур рәхмәт һиңә улыңдан!
Мин дә һине үҫтерермен, ҡалам,
Килгән тиклем көсөм ҡулымдан.
Килһәң дә һин, Өфөм, йөрәгемдә,
Алыҫая бара уттарың.
Ҡараһам да вагон тәҙрәһенән
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына
Өфөмә һәм Мәскәү яғына
Йүгерәләр... Һay бул, Өфөм, hay бул!
Институтҡа инде ашығам.
Мин ҡайтырмын һиңә яңынан!