ЯҢҒЫҘЛЫҠ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Донъя! Донъям!
Яҡты донъям минең!
Туҡта,
Тыңла,
Ишет һүҙемде:
Мин бер саңың һинең,
бөртөк саңың,
Аллаң итеп тоям үҙемде.
Аңла, бел һин:
Һөйәм һине, һөйәм,
Бер һөйкөмһөҙ балаң булһам да,
Аңламаның, белмәнең һин мине,
Һинең менән янып тулһам да,
Ваҡлыҡтарың,
Ялған шатлыҡтарың
Күңелемде күпме кимерҙе.
Көйрәп-көйрәп һүнгән күмер кеүек,
Күрҙем бөгөн үткән ғүмерҙе.
Кешеләрең –
Ғәмһеҙ күршеләрем –
Ят күрҙеләр яҡты уйымды.
Ләкин бел һин:
Яңғыҙ ай аҫтында
Яңғыҙ эсмәм хәсрәт туйымды.
Юҡ, мин, донъям,
Түгел ундайҙарҙан,
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Ә мин хужаң,
Ғорур ижадсың мин,
Мин – биҙәүсең һинең,
Мин – кеше!..
Әгәр бөтә әҙәм минән йөҙ борһа ла,
Танымайса ғорур кисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп
ошо исемде!..