Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү,
Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс:
Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй,
Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс.
Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм,
Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?..
Теләйһеңме, тик һин телә генә,
Ҡабул булыр һәр бер теләгең.
Һин теләһәң, мин бөтәһен дә
Тәүәккәлләй алам юлымда.
Мин – сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә,
Йондоҙ яна минең ҡулымда!