Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң-иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем, һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!