ТЫУҒАН КӨН
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Нисә ҡабат инде ураны!..
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер оло мәғәнә лә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә:
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндә...
Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға.
Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным.
Һөйҙөм, һөйөлдөм дә, буғай,
Улдар бүләк итте ҡатыным...
Күп кешеләр уҙҙы яҙмышымдан,
Күңелемә һалып яҡтыһын.
Бына инде шулай ҡайнай торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..
Үтте!.. Ә һуң ни эшләнем, ни һуң?
Бик аҙ түгелме? – тип һораным...
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны...