БАШ ҠАЛА ТУРАҺЫНДА УЙҘАР
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Олатайым Йүрүҙәнде кисеп,
Ҡаратауҙан ары китмәгән.
Ә Мәскәүҙә булыу тураһында
Ул хатта хыял да итмәгән.
Уйламаған уның улы атлап
Үтер тиеп Тверь бульварын,
Һәм Пушкин да ҡаршы алыр, тиеп,
Үҙенең таныш Урал улдарын.
Ләкин күптән минең телем дә бар
Үҙ бәхетемде үҙем йырларға.
Ҡолағым да минең ҡырҡылмаған,
Һалынмаған бығау ҡулдарға.
Поезд елә.
Ләкин хыял күптән
Мавзолейҙа,
мәрмәр һарайҙа.
Һүрәтенә түгел,
үҙ күҙҙәрем
Аҡ йөҙөнә уның ҡарайҙар.
Тыныс йоҡлай...
Ләкин белеп ята –
Килгән уға Салауат егете.
Һин бит өҙҙөң
уның бығауҙарын.
Һин бит булдың
уның өмөтө.