Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,
Иртәгәгә баҫһын береһе,
Эштән өйгә ҡайтҡан һымаҡ,
Киләсәккә ҡайтып йөрө һин.

Ҡояш көлтәләрен ташып унан,
Һуғып төшөр йондоҙ балаһын.
Ай-ҡыйырсыҡ һиңә танһыҡ булыр,
Килһә әгәр эшләп ашағың.

Тиккә генә бәхет сүкемәгән
Эшсе дуҫтың ҡорос сүкеше.
Тиккә генә бәхет урмаған бит
Ай-урағын тотҡан сос кешең...

Тиккә генә ата-бабаларың
Алтын итеп байраҡ сөймәгән.
Тиккә генә улар һинең өсөн
Тыуыр көндө шулай һөймәгән...