ЭСТАФЕТА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

...Юҡ, ул үлемдән мин һис ҡурҡмайым,
Йән бирерҙәй эшем бар минең.
Тик үҙемдән ҡурҡам ҡайһы саҡта:
Аҙ эшләнем, донъя тар минең!..

Минең йәштә күптәр эшен бөткән,
Оло донъя менән йәшәгән.
Киләсәккә хаттар яҙған Таҡташ,
Туҡай йәшен булып йәшнәгән!

Ялҡын йәштә Бабич ут-дауылда,
Көн тыуырын көтөп ятмаған.
Атһа атһын уны дошман ҡулы,
Тик намыҫын шағир һатмаған.

Шоңҡар булып осҡан Сәләмем дә,
Йәлилем дә йәнен йыр иткән.
Туфан булып ҡалҡҡан Хәсәнем дә,
Ҡара төнөн хатта нур иткән.

Төрлө заман төрлө һүҙен әйткән
Һәм төрлөсә хөкөм сығарған.
Ләкин һуңғы һүҙҙе әйтер өсөн
Хаҡ бирелгән бары уларға!..

Уларҙан ал йәшәү ҡеүәһен һин,
Күргең килһә хистәр байрамын.
Улар барған изге юлдан атла,
Уларҙан ал шиғыр байрағын!..