ТӨНГӨ УЙҘАР
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла ҡанат ҡағына.
Тик ут ҡына булһын, янһын бергә,
Мин арымай тороп, һүнмәһен.
Көндөҙгө эш, тауыш, ығы-зығы
Уйҙарымды кереп бүлмәһен.
Төндә мин ниндәйҙер башҡа кеше,
Башҡа уйлы, башҡа хыяллы,
Төн йөҙөндә тик бер төҫ булһа ла,
Донъям минең мең-мең буяулы.
Һәр бер тауыш, һәр бер һулыш төндә
Башҡаса бер мәғәнә, моң ала.
Ә көндөҙөн, шул диңгеҙгә сумып,
Күҙ-ҡолағың шунда юғала.
Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа,
Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер.
Күрәһең, шул көндө күрер өсөн
Төнгә китеп тороу кәрәктер.
Күптәр төндө әрләй: меҫкен төн ул
Иң ҡараңғы төҫкә буяла.
Ә бит көнгә сәскә, төн булмаһа,
Сыҙар инеме һуң донъяла?..