МАЯҠ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡаратауҙың бейек түбәһендә
Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ.
Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң,
Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ.
Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,
Бормалары һайын бер ауыл.
Шул ауылдар араһында ята
Тыуып үҫкән минең Арҡауыл.
Тыуған яҡтар! Шунда урман киҫеп,
Бесән сабып, иген сәсәбеҙ...
Ҡырыҫыраҡ тиҙәр беҙҙең яҡты,
Тик ул беҙгә – наҙлы әсәбеҙ.
Салауаттай улы, ә ҡыҙы һуң?
Әминәһе һымаҡ һөйкөмлө.
Бай ул үҙе киң күңеле менән,
Моңло боронғо йыр шикелле.
Күп илдәрҙе, күп ерҙәрҙе күрҙем,
Ғашиҡ итте мине йылы яҡ.
Ләкин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Саҡырып тора мине шул маяҡ...