Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был,
Яланғас ел генә күгендә...
Бәлки, һуңғы ҡабат килгәнһеңдер,
Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә.
Гүйә, донъя – моңһоҙ бер һыбыҙғы,
Буш һыбыҙғы – елдәр өрөргә.
Ниҙер үлде» ниҙер һүнде унда,
Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә.
Күңелдә тик ауыр юшҡын ғына,
Әрем әсеһе тик ирендә...
Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,
Йыр юғалһа күңел түрендә!..