СӘНҒӘТ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Еңелерәк кеүек шағирҙарға:
Беҙ, исмаһам, тойғо-уйҙарҙы
Һүҙҙәр менән әйтеп бирә белгәс,
Ятҡырмайбыҙ бикләп уларҙы –
Бикләр замандарҙы уҙғарҙыҡ!..

Рәссам да аса үҙ донъяһын,
Йәйғор буяуҙарға буятып.
Ә көй сығарыусы моңо менән
Иң-иң нескә хистәр уятып,
Һөйләй, көйләй белә...
Ә башҡалар?
Нишләй улар – ғашиҡ булһалар,
ҡайғырһалар,
йәки ҡыуанһалар,
Сикһеҙ бәхет менән тулһалар!
Бәлки, әйтмәгән уй көслөрәктер,
Хислерәктер һүҙ,
моң,
буяуҙан?
Юҡ, барыбер ғашиҡ шағир була,
Уяуыраҡ була уяуҙан:
Ул йыр йырлай,
Ул һүрәттәр яһай,
Буяу алмаһа ла ҡулына.
Шул һөйөүҙән тыуғандыр ҙа сәнғәт
Кешелектең изге юлына.
Тәүге шағир, рәссам һәм көйсө лә, –
Моғайын, ул ғашиҡ булғандыр.
Мөхәббәтен, шиғри, матур,
моңло итер өсөн
ҡулын һуҙғандыр
Был ерҙәге сағыу биҙәктәргә,
шиғри һүҙгә,
сихри моңдарға,
Һәм сәнғәтте алып сыҡҡандыр ул
Үҙе үтер оҙон юлдарға!..
Ә был оҙон, урау юлы уның
Һикәлтәле, ҡыйын булғанға,
Һәр аҙымы һайын мөхәббәтен
Ҡара көстәр быуып торғанға,
Нәфрәтен дә ҡушып мөхәббәткә,
Ҡорал иткәндер ул сәнғәтен...
Эйе!
Һин даулаштың,

Һин яулаштың, сәнғәт,
Ерҙең тәүге азат сәғәтен.
Һин көс булып,
Һин үс булып,
Хис уяттың, уйҙар уйлаттың.
Юлдарында күпме ҡорбан ятты,
Юлдарында күпме ҡан аҡты!..
Әй, ҡыйыу һүҙ,
тере буяу
саф моң!
Онотмайыҡ изге ҡаныңды.
Кешелектең саф намыҫы итеп,
Күтәрәйек һинең даныңды.
Кеше
ғашиҡ бөгөн
бар донъяға,
Мөхәббәте һыймай йыһанға.
Йондоҙло тел кәрәк бөгөн уға,
Эй, ҡанат ҡуй,
заман,
илһамға!