КӨТӨҮСЕ
Ҡарт көтөүсе – кәзә һаҡаллы ай –
Күк йөҙөндә моңһоу йылмайып,
Йондоҙҙарын көтөп арыны ла
Түшәгенә ауҙы ул, байып...
Йондоҙҙарҙың алтын тояғынан
Туҙып ҡалды көмөш томандар.
Күм-күк тауҙар, ниҙер көткән һымаҡ,
Һағайышып, тынып ҡалғандар.
Ҡыҙыл үгеҙ һымаҡ, ҡояш сыға,
Күк көмбәҙен һөҙөп, аҡтарып.
Ә көтөүсе малай, ысыҡ ярып,
Әйҙәп килә колхоз малдарын.
Ул ҡояшҡа ҡарап туҡтап ҡалды,
Күрҙем уның хайран булғанын:
Ике ҡулын елкәһенә ҡуйып,
Һемерҙе ул ҡояш нурҙарын.
Иртәнге ел һыйыр теле менән
Бишмәт салғыйҙарын ялманы.
Тик ул, бер әкиәт уҡығандай,
Ҡояшынан күҙен алманы...
Тора малай нәҡ атаһы һымаҡ,
Елкәһендә – һуғыш нужаһы.
Бына ҡайҙа ерҙең аҫабаһы,
Бына кем ул донъя хужаһы!
Донъя ҡалған уның ҡулдарына,
Ҡайтҡанғаса яуҙан атаһы.
Тик белмәй ул шул ҡояштың кискә
Ҡара хәбәр алып ҡайтаһын...
Сеү! Мин һинең хыялыңды өҙһәм,
Ғәйепләмә, зинһар, көтөүсем.
Мин һаман да әле, һинең һымаҡ,
Көн тыуғанын хөрмәт итеүсе.