ҺӨЙӨНСӨ!

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бураҙнаға һирпеп ебәргәндә
Ул күгелйем һары тос орлоҡ,
Башы ҡарыш алтын арыш булғас,
Күңелең бит күккә осорлоҡ!..

Шатлығың да,
Ҡайғың да бит һинең
Ошо яңы арыш башағы, –
Әле һөтлө, балауыҙлы килеш
Килеп тора ыуып ашағың.

Әллә күктең төбө төштө, тиеп,
Ҡайғырһаң һин көн-төн ямғырҙа,
Көн ҡыуанда һин бит болоттарҙы
Тының менән тартып алырҙай!..

Эй, игенсем! Ерҙә иң беренсе
Ғаләм киңлектәрен яулауға,
Дүрт күҙ менән бағып һин тораһың,
Иң ҙур өмөт бәйләп был яуға.

Килер бер көн, килер, килер ул көн,
Ер үҙенә күкте ҡаратыр, –
Һин теләһәң – күкрәп ямғыр яуыр,
Теләмәһәң – көн нур таратыр...

Беҙ ғаләмгә сәскән был йондоҙҙар
Емеш бирер тиҙҙән, игенсем.
— Бейе, ағай, бейе! – тиеп һинән
Мин алырмын тәүге һөйөнсө!..