ИЛҺАМ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым? Мостай Кәрим

Белә инем
Шиғыр шатлығының
Күҙ йәш менән ташып барғанын...
Ә хәҙер һуң?
Ҡайҙа юғалттым мин
Йөрәктәге хистәр байрамын?

Бер йыл үтеп китте бына,
Бер йыл!
Бер генә юл яҙһам, исмаһам!
Юҡ шул!
Ҡанат йәйеп, илһам ҡошо
Һис тә осмай икән осмаһа...
Ҡайҙа осһон?
Ҡайҙа осһон инде? –
Киңлек кәрәк уға осорға!
Ә һин? –
Илең
күкте яулағанда,
ерҙе буйһондорған осорҙа
Ултыраһың тар бүлмәлә, күләгәлә,
Юҡ ем сүпләп, төтөн эсендә...

Ҡайҙа бында илһам, шиғыр тыуһын?
Үлеп бөтөр булған хисең дә.
Ә бит һиңә
йәшәр,
яныр кәрәк,
көлөр кәрәк,
кәрәк иларға!
Тик шул саҡта ғына
һин – кешеһең
һәм – хаҡлыһың
йыр ҙа йырларға.
Шағир – ел ул, донъя, заман еле, –
Ҡайҙа булһа, нигә ҡағылһа,
Көйөн шунан ала,
шунан таба,
шунда ғына тыуа
йыр, илһам!