ҮЛЕМҺЕҘҘӘР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Үлем тере! Үлем сығып йөрөй,
Һәр кемгә лә етә ҡаяуы;
Юҡ яҙмыштан уҙмыш бер кемгә лә,
Бер кемгә юҡ уның аяуы...

Ләкин үлемдә лә матурлыҡ бар,
Илем, тиеп үлһәң яуҙарҙа.
Кеше – матур, эшләп оло эшен,
Эш өҫтөндә үлем ауҙарһа...

...Янды Бруно майҙан уртаһында,
Уттарында урта быуаттың.
Ләкин ниндәй ялҡын ҡабыҙҙы ул,
Ниндәй быуаттарҙы уятты!..

— Уйҙарыңдан кире ҡайт! – тип, үлем
Кеше аҡылына бәйләнде.
— Ә шулай ҙа Ер әйләнә! – тиеп,
Сал Галилей фәнгә әйләнде.

Кешелектең пәйғәмбәре булған
Хатта Марксты ла тәбиғәт
Аяманы, алды!.. Ләкин ҡалды
Мәңгелек бер тере тәғлимәт.

Ильич һүнде, төҙөп яңы илде,
Хыял илен төҙөп донъяла.
— Кемде харап иттем! – тиеп, һаман
Үҙ эшенән үлем ояла.

Ә паровоз топкаһында Лазо
Әүерелде һүнмәҫ күмергә.
Батырылды Чапай тулҡындарға,
Тик йыр булып ҡалды ғүмергә.

Үлде комиссарҙар, үлде йәш бөркөттәр
Тура ҡарап үлем күҙенә.
Был үлемдән, ҡыҙыл байраҡ булып,
Йәшәү ҡалды донъя йөҙөнә.

Аҙмы атылғандар, аҫылғандар,
Аҙмы тере килеш күмелгән?
Тик уларҙың ғорур ҡарашынан
Үлем сиккән, үлем еңелгән!..

Ниндәй ауыр хәлгә ҡалғанда ла,
Һин йәшәргә тыуғас был ергә,
Йәшә кеше булып, ә үлгәндә –
Һин белергә тейеш үлергә!