ТАҢҒЫ ЙЫР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ниңә моңло икән таңдағы йыр?
Ярып керҙе ул йыр йөрәккә.
Төпһөҙ упҡындарға осҡан мәлдә
Таяндым мин ошо терәккә.

Был кемдеңдер тәрән моңо ине,
Мәңгелек был алыҫ моң ине –
Шундай яҡын итеп тойҙом уны,
Иренем мин... ә бит туң инем...

Эй, изге моң! Кисер, кисер мине,
Мин ғәйепле һинең алдында.
Мин баш эйәм һиңә, был донъяла
Шундай тоғро моң бар сағында.