Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап,
Һайрай ана маҡтап өйҙәрен.
Ш аулай-шаулай гөрләүектәр аға,
Етте инде яҙғы өҙәрем...
Сәйер һымаҡ хатта үҙ-үҙемә:
Тәүге ҡабат бер ни көтмәйем.
Һандуғастан, сәскәләрҙән башҡа
Яҙҙан бер ни өмөт итмәйем.
Бөтәһе лә таныш инде хәҙер:
Мөхәббәт тә таныш, дуҫлыҡ та,
Тоғролоҡ та, хатта хыянат та,
Күңелдәге юшҡын, бушлыҡ та...
Тик йәшәге, тик эшләге килә,
Бар тәбиғәт шулай, күрәһең.
Бер ниндәй ҙә ғәм юҡ башта,
Шау яҙ менән тулған йөрәгем!