БАҠСАСЫЛАР
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡояш сыға, мин дә сығам
Баҡсаға һыу һибергә.
Бына шул саҡ таңға ҡалам
Күҙем төбәп бер гөлгә.
— Һиңә лә әллә, – тинем мин, –
Һибәйем микән һыуҙы?
— Һип әйҙә, – тип, ул йылмайҙы,
Белгәндәй минең уйҙы.
— Һин дә үҫ, – тип, көмөш һыуҙы
Һиптем дә ҡуйҙым уға.
Был гөл матур барыһынан да –
Китабын тотҡан ҡулға...
Һүҙ ҡушманым башҡа уға,
Кәрәкмәй, йәмһеҙ була.
Ә йөрәккә, әйтерһең дә,
Ҡояш нурҙары тула!
Алмағасым араһында
Ултырһаң һин һәр иртән,
Тик баҡсасы булыр инем
Мәңгелеккә мин, иркәм.