ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Моңая аҡҡош, моңая,
Моңая яңғыҙ ҡалғас –
Ғүмер дуҫы, һәләк булып,
Ҡара ҡайғыға һалғас...

Аҡҡош шундай ҡош икән ул:
Башҡаларҙы иш итмәй,
Башҡа аҡҡош ҡаңғылдаһа,
Тауышын да ишетмәй;

Ғорур һөйөүен үҙенең
Бирмәйенсә йәбергә,
Һауалай ҙа зәңгәр күктән
Ташлана, тиҙәр, ергә...

Тик был аҡҡош оса алмай –
Ҡанатҡайын ҡырҡҡанға.
Сикһеҙ екһенеп ҡарай ул
Янына һырыҡҡанға...