Үтте лә китте йәшлегем
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Үтте лә китте йәшлегем,
Үткәнен дә тойманым.
Йә, үтмә, тип, йә, китмә, тип
Үҙен бер ҙә тыйманым.
Атырға ла өлгөрмәне,
Сәскәһен ҡойҙо гөлөм.
Тик һаман да, сәскә ат, ти
Ал танда иҫкән елем.
Аһ, әгәр ҙә мин гөл булһам,
Ал сәскә атыр инем.
Атлап түгел, йәшлегемә
Йүгереп ҡайтыр инем!..