Ер үҙенең йәшел ҡулы менән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Надяға
Ер үҙенең йәшел ҡулы менән
Тағы ла бер яҙҙы күтәрҙе.
Ә һандуғас-һантый тағы, тағы
Хыялый баш итә күптәрҙе...
Шундай яҙҙа, муйыл сәскә атҡас,
Күбекләнеп ташҡан ҡымыҙҙай,
Эсә-эсә зәһәр шул ҡымыҙҙы,
Мин дә ғашиҡ инем бер ҡыҙға.
Һәм беҙ иҫергәйнек икебеҙ ҙә –
Әллә сәскәләрҙең еҫенән,
Әллә сәскә араһынан баҡҡан
Күк йөҙөнөң зәңгәр төҫөнән?..
Ҡойолдолар муйыл сәскәләре,
Тик емештә ҡалды май айы...
Инде үҙе сәскә йыйып йөрөй
Шоморт күҙле февраль малайы.