БАҒЫШЛАУ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Фәҡәт һинең өсөн был йырҙарым
Рәхмәт һүҙе булып теҙелһен.
Умырзая кеүек яҙыбыҙҙың
Зәңгәр гөлө булып өҙөлһөн.

Ал да уны изге егермеңдә,
Ғүмер буйы һаҡла юлыңда.
Ауыр саҡта йырым осоп килһен,
Бер сихри көс артыр ҡулыңда.

Үтер йылдар, ағыр бик күп һыуҙар,
Ләкин онотма һин был яҙҙы.
Ә миңә ул оҙаҡ илһам бирер:
Күңелемә уны мин яҙҙым.