Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да,
Тынып ҡалыр, тиеп, моңдарың,
Болоҡһой ҙа тора, ҡурҡа күңел,
Гүйә, шунан матур моң барын
Белмәйем мин... Бына шул матурлыҡ
Ташлап китер кеүек ер йөҙөн,
Башҡаса мин күрмәм кеүек уны,
Һандуғасһыҙ ҡалһам бер үҙем...
Ниндәй генә моңдар, тауыштар юҡ,
Тик, һандуғас, һинең тауышың –
Минең өсөн алыҫ йәшлегемдең
Мөхәббәте менән ҡауышыу...