Теләһәк тә барыһын оноторға
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Теләһәк тә барыһын оноторға,
Мөмкинме һуң барыһын онотоу?
Әле сабый булып көлһәк тә беҙ,
Ул һуңынан килер – ут йотоу...
Башҡа берәү сәстәреңдән һыйпап
Уятҡанда һәр бер иртәлә,
Бел – минең ҡул наҙлап һөйөр һине,
Бел – минең ҡул һине иркәләр!
Мин ғазаптар аша килдем һиңә,
Һин сафлығың аша атланың.
Мин һүҙемде гөлдәр итеп һиптем,
Һин шиғырҙар итеп ятланың...