Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!..
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!..
Был тик минең һуңғы күкрәү.
Йәшене лә һинең йәшлегеңә
Көтөлмәгән бер шом килтерә...
Тик ҡурҡма унан! Дауыл үтер,
Ел баҫылыр. Тыныр ямғыры.
Ҡояш сығыр. Бары тороп ҡалыр
Күңелеңдә алыҫ яңғырау...
Улда һүнер, алыҫ-алыҫ китеп,
Ер ситендә ялтлар ялағай.
Йәшәрерһең һин дә, дала һымаҡ,
Йәшен дә бит кәрәк далаға!