Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ –
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисендә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел – ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа –
Етмәгәнме һиңә шул тағы?..